Топики на башкирском языке с переводом на русский язык
специалист в области арт-терапии
Ҡышҡылыҡҡа бөтә кеше лә үҙенә аҙыҡ-түлек туплай: иген әҙерләй, картуф ҡаҙып ала, ҡайнатма ҡайната, емеш-еләк киптерә.
Йәнлектәр ҙә тырыша.
Мәҫәлән, йомран баҫыуҙан өңөнә иген ташый, тейен бәшмәк киптерә.
Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә.
Бүрекле беснәк : ҡ уңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк- бөтәһен дә йыя.
Тик уның аҙыҡ-түлек өсөн махсус һаҡлағысы юҡ.
Ләкин ҡош аптырап ҡалмай, һәр ағас һайын ярыҡ — бына һиңә меңәрләгән «келәт».
Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара ла инде.
Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ.
Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар.
Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар.
Кемдекен табып туҡланһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең.
Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.
К зимовке каждый человек по-своему запасается продуктами: готовит зерно, картофель, варит варенье, сушит ягоды.
Звери тоже стараются.
Птицы тоже к долгой зиме основательно готовятся.
Синица собирет все: жуков, пауков, пшеницу, ягоды.
Только у нее для хранения продуктов нет специального склада.
Но птица не теряется, в каждом дереве трещина-вот тебе тысяча “складов”.
Синица все, что найдет- там и прячет.
Синицы между собой очень дружны.
Собранную еду вместе едят.
Дерево, в котором спрятали еду, не отмечают.
Думают, наверное, что дозволено сьесть все, что найдут.
Один старается за всех, а все за одного прилагают силу.
1.Напиши переводы предложений:
Собранную еду вместе едят.
К зимовке каждый человек по-своему запасается продуктами: готовит зерно, картофель, варит варенье, сушит ягоды.
2. Выпиши предложение, в котором есть однородные члены, какой частью речи выражены, подчеркни (исем-им сущ, сифат-прил, рәүеш-нареч, һан-числ, алмаш-мест)
3.переведи 4. нумеруй в алфавитном порядке 5.вычеркни перелетных птиц :
1.Напиши переводы предложений:
Собранную еду вместе едят.
К зимовке каждый человек по-своему запасается продуктами: готовит зерно, картофель, варит варенье, сушит ягоды.
2 . Выпиши предложение, в котором есть однородные члены, какой частью речи выражены, подчеркни (исем-им сущ, сифат-прил, рәүеш-нареч, һан-числ, алмаш-мест)
4. нумеруй в алфавитном порядке
5.вычеркни перелетных птиц
Самый простой и эффективный способ обогащения словарного запаса на изучаемом языке это — изучать и разбирать топики. Топики – краткие сочинения на заданную тематику. Данный вид самостоятельной работы становится все более популярным при изучении иностранных языков. Это приемлемо при преподавании башкирского языка для русскоязычных детей.
Номер материала: ДБ-935842
Не нашли то что искали?
Вам будут интересны эти курсы:
Оставьте свой комментарий
В России выросло число обучающихся во вторую смену
Время чтения: 1 минута
Утверждён порядок проведения Всероссийского конкурса «Учитель года России» в 2021 году
Время чтения: 3 минуты
Рособрнадзор: почти половина учителей не дотягивает до базового уровня подготовки
Время чтения: 2 минуты
Итальянский учитель дал детям задание на лето и прославился
Время чтения: 4 минуты
МГУ вновь занял первое место в рейтинге лучших вузов России
Время чтения: 1 минута
Треть россиян за полгода не прочли ни одной книги
Время чтения: 1 минута
Подарочные сертификаты
Ответственность за разрешение любых спорных моментов, касающихся самих материалов и их содержания, берут на себя пользователи, разместившие материал на сайте. Однако администрация сайта готова оказать всяческую поддержку в решении любых вопросов, связанных с работой и содержанием сайта. Если Вы заметили, что на данном сайте незаконно используются материалы, сообщите об этом администрации сайта через форму обратной связи.
Все материалы, размещенные на сайте, созданы авторами сайта либо размещены пользователями сайта и представлены на сайте исключительно для ознакомления. Авторские права на материалы принадлежат их законным авторам. Частичное или полное копирование материалов сайта без письменного разрешения администрации сайта запрещено! Мнение администрации может не совпадать с точкой зрения авторов.
Урок по башкирскому(государственному) языку по теме» Что такое дружба?»(7 класс)
специалист в области арт-терапии
Предмет : Башҡорт (дәүләт) теле
Тема : Нимә ул дуҫлыҡ? Мөнәсәбәт һүҙҙәр
Башҡортса әйткәнде, һөйләгәнде аңлауы (аудирование)- төп бурыс .
1. Дуҫлыҡ тураһында белемдәрен арттырыу. Мөнәсәбәт һүҙҙәр
2. Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү.
3. Балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белергә өйрәтеү.
Дәрес төрө: Яңы тема өйрәнеү
Дәрес формаһы: Ҡатнаш
Төп төшөнсәләр: дуҫ, дуҫлыҡ, мөнәсәбәт һүҙҙәр
Башҡорт теле, рус теле, тирә –яҡ донъя.
Йыһазландырыу: һүҙлек, дәреслек, экран,ноутбук,презентация,япраҡ формаһында карточкалар.
-Беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы ла сәләмләйек.
— Ниндәйҙер эш башлар алдынан кешеләр бер-береһенә яҡшы теләктәр теләй. Бөтәгеҙгә лә яҡшы кәйеф, уңышлы көн теләйем! Башҡорт дәүләт теле дәресен башлайбыҙ.
Дәрес алды шиғырын уҡыу.
2.Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
1) Дежур уҡыусы менән әңгәмә.
— Башkорт телендǝ дѳрѳç hѳйлǝшер ѳсѳн телдǝрҙе шымартып алайыk ǝле.
Башҡорт иле – изге төйәк,
Дуҫ йәшәй барса милләт.
Киң күңелле халҡым өсөн
Дуҫлыҡ көсө бик ҡиммәт.
Нияз Сәлимов. 2 –се слайд)
— Афарин, уҡыусылар!Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара ?( Башҡортостан, күп милләтле ил,дуҫлыҡ)
Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә тырышыу.
3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Проблемалы ситуация тыуҙырыу
— Уҡыусылар, ошо шиғырға ҡарап, бөгөнгө дәрестең темаһын әйтеп ҡарайыҡ әле.
Шулай итеп, дәрестең темаһы: “Нимә ул дуҫлыҡ? ” (3-сө слайд)(Таҡтаға алдан яҙып ҡуйыу)
Матур, дөрөҫ итеп ултырабыҙ.
-Уҡыусылар, дәрес темаһын билдәләнек. Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ? (Уҡыусылар яуабы) Какие цели и задачи поставим перед собой?
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында белешмә алырбыҙ. Тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр беләсәкбеҙ.
Уҡыусылар менән бергәләп дәрес темаһын билдәләү.
дәрестең темаһын яҙыу
-Нимә ул дуҫлыҡ? Что такое дружба? Вопрос кажется совсем простым, но так трудно на него отвечать. П опыт аемся найти ответ на этот вопрос в с ловарях.
2-се төркөм. Что такое дружба?
Башҡортса- русса һүҙлек.
Аңлатмалы һүҙлек тән ҡарайбыҙ.
Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы,ышаныслы мөнәсәбәт. Күсереп алығыҙ.(4-се слайд)
-Әсәйҙе, уҡытыусыны, класташтарыңды, хайуандарҙы, китапты дуҫ тип һанап була. Ни өсөн? (5-се слайд)
— -Таҡтаға күҙ һалайыҡ һәм темабыҙға ҡағылышлы ҡағиҙәне уҡып китәйек. Слайд
-Һеҙгә өйҙә дуҫлыҡ тураһында мәғлүмәт йыйырға кәрәк ине. Был һүҙҙе әйтеү менән ниндәй уйҙар, асоциациалар тыуҙы?
-Ауыл урманында минең бер кем белмәгән яратҡан һуҡмаҡтарым бар. Уларҙы мин дуҫлыҡ һуҡмаҡтары тип йөрөтәм. Ҡуйы үлән, ҡыуаҡ араларында минең ҡанатлы һәм дүрт аяҡлы дуҫтарым: төрлө — төрлө йәнлектәр, һайраусы ҡоштар, бөжәктәр йәшәй. Хәйер, һәр ҡыуаҡ, һәр ағас, үлән, һәр бер сәскә — минең дустарым. Уларзы мин яҙҙан алып көҙгә тиклем күҙәтәм. Һәр береһен таныйым, шатлығын, ҡайғыһын күреп торам. (Г. Скребицкий буйынса.)
-Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт бик дуҫ йәшәй.
— Халыҡтар дуҫлығын дәлилләүсе Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар үткәрелә.
-Башҡортостанда 1998 йылда халыҡтар дуҫлығы ордены булдырылған. Ул Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренә бирелә.
-С.Юлаев һәйкәле янында Дуҫлы ҡ йорто төҙөлдө.
— Афарин, уҡыусылар. Бик шәптәрҙән булып сыҡтығыҙ.
-Артабанғы күнегеүҙе эшләү өсөн яңы һүҙҙәр өйрәнәйек.
6. Яңы белемде практикала ҡулланыу. Теманы нығытыу
Рассказы по башкирскому языку
специалист в области арт-терапии
Йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡай. Уға ете йәш тулған. Ете йәш тулғас, ни эшләйҙәр? Әлбиттә, мәктәпкә баралар.
1 сентябрь көндө ҡыҙыҡайҙың бик матур булғыһы килгән. Ҡолағына әсәһенең алҡаларын таҡҡан, муйынына муйынса кейгән, ирененә иннек һөрткән. Аяғына әсәһенең осло үксәле туфлийын кейгән дә, әсәһенең сумкаһын тотоп, мәктәпкә барырға сыҡҡан.
— Мине ал, уҡытыусыңа бүләк итерһең! — тип инәлгән өҫтәлдә ултырған сәскәләр.
— Мине тот ҡулыңа, бик кәрәк бит мин һиңә! — тип инәлгән портфеле.
— Мине кей өҫтөңә! — тип үтенгән мәктәп формаһы.
— Мине кей аяғыңа! — тип ялбарған сандалийы. — Мин бик уңайлы.
Ҡыҙыҡай береһен дә тыңламаған.
Мәктәпкә килһә, ни күрһен: бөтә балалар ҙа сәскә тотҡан, мәктәп формаһы кейгән, ҡулдарында — портфель. Ҡыҙыҡай өҫ-башын алмаштырырға тиҙ генә өйҙәренә йүгергән. Йүгереүен йүгергән дә бит, Белем байрамына һуңлаған. Бик күп ҡыҙыҡтарҙы күрмәй ҡалған, ти.
АЛДАҠСЫ ЙОНДОҘҘАР (хикәйә)
Ҡояш болот аҫтына инде. Яй ғына ҡар яуа башланы.
— Хәлим, ҡара әле, күктән йондоҙҙар төшә. Бына — бейәләйемдә! — тине.
Хәлим ҡараны. Ысынлап та, күҙгә саҡ ҡына күренерлек аҡ йондоҙҙар бар ине.
— Йондоҙҙарҙы әсәйемә индереп күрһәтәйем әле! — тип Хәлимә өйгә йүгереп инеп китте.
— Әсәй, бына йондоҙ тоттом, — тип ҡысҡырҙы, ишектән ингәс тә.
Хәлимә аптырап китте. Ҡараһа, бейәләй һыртындағы йондоҙҙар юҡ.
— Әсәйемә барыбер индереп күрһәтермен. Хәлим, ишекте ас. Мин тиҙ генә инермен. Ҡасырға өлгөрә алмаһындар.
Улар тағы өйгә инделәр. Тик барыбер йондоҙҙар күҙ асып йомған арала юғалалар ҙа ҡуялар.
ТӘҮГЕ СӘСКӘЛӘР йәки УМЫРЗАЯ ҒҮМЕРЕН ӨҘМӘГЕҘ!
Яҙ етеү менән, тәбиғәтебеҙгә йәм өҫтәп, тәүге сәскәләр баш ҡалҡыта. Тәүге сәскәләр оҙаҡ йәшәмәй, ғалимдар уларҙы эфемероидтар тип йөрөтә. Грек теленән тәржемә иткәндә эферос бер көнлөк, тиҙ үтеүсән тигәнде аңлата.
Иртә яҙ сәскә атыусы үҫемлектәр һәр ваҡыт иғтибарҙы үҙҙәренә тартып тора, сөнки улар оҙон ҡыштан һуң беренсе булып сәскә атыусы үҫемлектәр. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына уларҙы тамырҙары менән йолҡоп алып, ҙур-ҙур гөлләмәләр яһайҙар һәм үҫемлекте бөтөнләйгә һәләк итәләр.
Бынан тыш, кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында сыҡҡан янғындар ҙа умырзаяларҙың ғүмерен өҙә. Янғындар арҡаһында һуңғы йылдарҙа елбәгәйҙәрҙең, һары һәм күк умырзаяларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Был үҫемлектәр Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуына юл ҡуйырға ярамай.
Умырзаялар гөрләп сәскә атһын, уларҙың ғүмерҙәрен өҙмәйек, һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ!
ҠАЙЫН УРМАНЫНДА (хикәйә)
Беҙҙең ауыл эргәһендә генә ҡайын урманы бар. Йәй көнө унда юҡ нәмә юҡ: ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәләр үҫә, бәшмәктәр бүртенә, електәр бешә.
Ҡояш күтәрелеп, үлән япраҡтарындағы ысыҡ кипкәс, Әлфиә ана шул урманға китте. Ул башына аҡ эшләпә кейгән. Шуға күрә сәсенә тағылған ҡыҙыл таҫмаһы күренмәй. Бәлки, уны бөгөн тағып та тормағандыр. Ҡулындағы кескәй кәрзинкәһендә нәмә бар икән тиһегеҙме? Әлегә бер нәмә лә юҡ. Урманға шулай буш баралар инде. Ҡайтҡанда, һеҙ уның кәрзинкәһенә күҙ һалығыҙ. Ниҙәр барын шунда күрерһегеҙ.
Урманға етер-етмәҫ үҡ, Әлфиәгә ҡыҙыл ҡанатлы бик матур күбәләк тап булды. Ул, сәскәнән сәскәгә ҡунып, яй ғына осоп йөрөй. Ҡулың һуҙ ҙа тот та ал үҙен! Әлфиә күбәләккә үрелде. Инде тоттом тигәндә, теге тағы осоп китте. Ҡыҙ уны ҡыуырға тотондо. Шул саҡ күбәләк былай тине:
Урманда һәйбәт нәмә бер күбәләк кенәме ни? Ана ниндәй матур сәскәләр үҫә. Теләһәң – ҡыҙылын, теләһәң – ағын, теләһәң зәңгәрен өҙ. Әлфиә сәскә йыйырға уйланы. Ул яңы ғына асылып сыҡҡан ҡыҙыл сәскәгә үрелде. Өҙҙөм генә тигәндә, сәскә илап ебәрҙе:
— Эшләпәмде. эшләпәмде боҙаһың, тим! Үҙеңдең эшләпәңде боҙһалар, рәхәт булырмы һун?
Әлфиә ҡулын тиҙ үк тартып алды. Бәшмәк һаман сырылдай бирҙе:
— Мин дә һинең кеүек ҡыҙ! Мин – бәшмәк ҡыҙы. Мин һинең эшләпәңде боҙмайым бит. Һин дә кешенекенә теймә!- Асыуына сыҙаша алмай, шулай әрләшә торғас, бәшмәк торған еренән ергә ауҙы.
Әлфиә, аптырап, ҡайтырға боролдо. Ул кескәй генә аҡланға килеп сыыҡты. Унда тәгәрәп-тәгәрәп еләктәр бешкән. Ҡыҙ инде уларҙы өҙөргә баҙнат итмәне. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап тик торҙо. Иң ҙур ҡыҙыл еләк, башын яй ғына бороп, ҡыҙға үҙе өндәште:
— Нимәгә иҫең китте? Ниңә беҙҙе өҙмәйһең?
Әлфиә яуап ҡайтарманы. Теге еләк татлы һүҙҙәр теҙеп китте:
— Беҙ инде тамам бешеп өлгөрҙөк. Ғүмеребеҙ барыбер күп ҡалманы. Һин беҙҙе күп итеп йыйып кит. Өйҙә әсәйен беҙҙән ҡаҡ ҡойор, варенье ҡайнатыр. Һалҡын ҡыш килгәс, һеҙ, күмәкләп табынға йыйылып, ҡаҡ, варенье менән сәй эсерһегеҙ. Шул саҡ урман аҡланын, беҙҙең менән бергә йәшәгән сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе, бәлки, хәтергә төшөрөрһөгөҙ. Беҙ йәшәгән йәйҙе һағынып ҡуйырһығыҙ.
Әлфиәнең атаһы ошо һүҙҙәрҙе әйтте:
Таң атып, ҡояш тау башына еткәс, Таңдысаны әсәһе арҡаһынан һөйөп уятты.
— Тор, ҡолонсағым. Барса донъя йоҡонан уянып бөттө инде. Ана кәкүк тә саҡыра.
— Кемде саҡыра? Ҡайҙа саҡыра?
— Таңдысаны «кәкүк сәйе» эсергә алып килегеҙ, ти.
— Бәй, кәкүк тә сәй ҡайната беләме ни? Ә уның самауыры бармы?
Таңдыса, әсәһенә һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, тиҙ генә кейенде лә:
— Әсәй, сәйҙе кәкүк ҡайҙа эсерә?-— тип һораны.
— Тауҙа, ҡыҙым. Йәшел үләндәр түшәлгән, ебәк шәлле ҡайындарҙың һәр ботағы һайын ҡоштар һайрап ултырған сәхрәлә.
— Әсәй, кәкүк сәй эсергә беҙҙе генә саҡырамы?
— Юҡ, ҡыҙым. Кәкүк шулай һәр йыл һайын йәй башында, ер-һыу һурыҡҡас, ауылыбыҙҙың бөтә инәйҙәрен, апайҙарын, барса ҡыҙ-ҡырҡынын тәбиғәттең иң гүзәл бер урынына сәй эсергә йыйып ала.
— Ә малайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы?
— Уларҙы саҡырмай шул. Кәкүк бына һинең кеүек матурҡай ҡыҙҙарҙы ярата.
— Һе, ҡыҙыҡ икән. Моғайын, ул ҡыҙҙарҙы, инәйҙәрҙе тәтәй күлдәктәре, төҫлө таҫмалары, уҡалары, бөрөлгән япма-япма итәктәре, көмөш тәңкәле ҡашмауҙары, сәсмәүҙәре, камзулдары өсөн яраталыр.
Таңдыса, тауға яҡынлашҡас, әсәһен дә көтөп тормай, сөкөрләшеп һөйләшеп, йырлашып, ҡумыҙ сиртеп ултырған апайҙар, инәйҙәр эргәһенә йүгерҙе.
— Кәкүк сәйе тәмле булһын! Миңә лә эсерегеҙ әле!
— Ай әттәгенәһе, кәкүк сәйен беҙ һин йоҡлағанда эсеп бөттөк бит әле,— тип шаяртты бер инәй. Үҙе Таңдысаның алдына оло сынаяҡ сәй яһап ултыртты, тәм-том ҡуйҙы.
— Юҡ, миңә кәкүк сәйе кәрәк!— тип иламһыраны Таңдыса.
— Таңдыса, был бит «Кәкүк сәйе» тип аталған байрам. Бәләкәс кенә ҡош нисек итеп һиңә самауыр ҡайнатһын?!— тип йыуатты табын янына килеп еткән әсәһе.— Йәһәт кенә сәйеңде эс тә әхирәттәрең менән уйынға төш.
Шул саҡ яҡында ғына өҙҙөрөп кәкүк саҡыра башланы. Өлкәндәр, тын ҡалып, уның ҡысҡырғанын һананы.
— Таңдыса, ана, кәкүк һиңә ғүмер юрай, — тиеште улар, йылмайышып.— Әйҙә, бергәләп һанайыҡ әле: бер, ике, өс, дүрт, биш.
Кәкүк саҡырҙы ла саҡырҙы. Әллә кәкүк Таңдысаны матурлыҡҡа һоҡланырға, тәбиғәтте яратырға саҡырамы икән? Кә-күк, кә-күк!
Мөнир мәктәптән ҡайта ла урамға атыла. Әсәһенең :
Икелеләр өҫтәлгән һайын көндәлек ҡыҙарып бүртенә, асыуы килә. «Бер көндә мине бысратты, йыйған бишлеләрҙе юҡҡа сығарҙы”, — тиеп үпкәләй. Мөнир менән башҡа мәктәпкә йөрөмәҫкә була.
Ҡыңғырау тауышын ишеткәс, ауыр һулап, икеле менән тулған көндәлеген ҡулына ала уҡыусы. Шул ваҡыт, әсә теленән алған йәмһеҙ билдә күҙен ҡыҫа ла, телгә килә: «Ҡайғырма! Юҡҡа башыңды ватма! Һәр саҡ шулай бул!” Шунан һикереп төшә лә уҡыусының елкәһенә үк менеп ултыра.
Ә икеленең һис кенә лә ебәргеһе килмәй малайҙы. Һәм үҙенә ярҙамға берле билдәһен саҡыра.
«Тағы нимә уйлап табырға? Нисек эләктерергә?” тип, баш вата яуызҡай.
Мәктәптән ҡайта ла өйгә эштәрен әҙерләргә ултыра. Һуңынан уйнап та ала. Иртәгәһен һәр дәрестә ҡул күтәреп яуаплай.
Ә Көндәлек «бишле”ләрҙе тултыра ла, алсаҡ йылмайып, Мөнирҙең ҡулын ҡыҫа.